“Ауылға ҡайтыуыбыҙға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ”12.08.2025
“Ауылға ҡайтыуыбыҙға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ”

“Ауылға ҡайтыуыбыҙға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ”

Был ҡәҙәре матурлыҡты тыуҙырыу өсөн көн-төн эшләргә кәрәктер инде, моғайын, тип уйлап ҡуяһың.

Кешенең ихатаһына күҙ һалыу менән бында ниндәй хужалар йәшәүен белергә була. Гүзәл һәм Рүзил Рәзетдиновтарҙың йорт ҡапҡаһын асып инеү менән ауылда ниндәй булдыҡлы, уңған кешеләр йәшәгәнен күреп һоҡланаһың.


Был ҡәҙәре матурлыҡты тыуҙырыу өсөн көн-төн эшләргә кәрәктер инде, моғайын, тип уйлап ҡуяһың. Йәмле йәйҙең үҙенсәлектәрен, сәскә үҫтереү серҙәрен  иҫәпкә алып, ниндәй мөғжизә тыуҙыра алған хужалар! Һәр ерҙә тәртип, йорт хужаларының уңғанлығы һәр ерҙә ярылып ята. Йәшелсәһе лә, еләк-емеше лә емерелеп уңған. Ял итеү  зонаһы ла бар.


Рәзетдиновтар Себер тарафтарында байтаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Илеш районының Рсай ауылына ҡайтып төпләнә. Ҙур йорт һатып алып, уны төҙөкләндерәләр.


– Ауылға ҡайтыуыбыҙға шатланып бөтә алмайбыҙ. Саф һауа, матур тәбиғәт. Йәй көндәрендә бындағы хозурлыҡҡа йән һөйөнә, тышта эшләүе үҙе  ҙур кинәнес, - ти Рәзетдиновтар.


Лира Гәрәева фотолары.


 



Вернуться назад