Ҡаҡты ошолай эшләп ҡарағыҙ11.08.2025
Ҡаҡты ошолай эшләп ҡарағыҙ

Ҡаҡты ошолай эшләп ҡарағыҙ

Пюреға шәкәр ҡушһаң, ул  әсеп бармай, ти аш-һыу уңғаны

 Ишембай районының Смаҡай ауылынан Фәүзиә Насирова алманан да, сейәнән дә әллә күпме ҡаҡ эшләп ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйған. Уны балалар бигерәк тә ныҡ яратып ашай, ти ул. Еңел генә итеп ҡаҡа әҙерләү сере менән һеҙҙең менән дә уртаҡлашты.


– Бер-ике биҙрә алманы алам, йыуам, орлоҡтарынан яҡшылап таҙартам да кәстрүлгә бер бокал һыу һалып алмаларҙы ҡайнатырға ҡуям. Бутап-бутап бешерәм, яҡынса 30-40 минут тирәһе бешә. Һыуынғас, шуны дуршлаг аша үткәрәм. Шуға шәкәр ҡушырға кәрәк, шул ваҡытта пюре әсеп бармай. Шул ике биҙрә алманан 3 литрлы дүрт банка килеп сыға. Өс литрлы банкаға сама менән 100-200 грамм шәкәр һалам. Шәкәр ҡушҡас ҡайнатып сығарам. Өҫтөндәге күбеген алып ташлайым да стерилләнгән банкаларға һалып ябып ҡуям. Йәки  йәйеп ҡаҡ итеп киптерәм.  Кемдер тышта киптерә. Тәҙрә төбөндә лә ҡояшлы урында  фольга йәки силикон һауыттарға йәйергә мөмкин.  Минең махсус аппаратым бар, шунда киптерәм.  


фото: Фәүзиә Насированыҡы.



Вернуться назад