Тиҙҙән ҡомалаҡ өлгөрә!11.08.2025
Тиҙҙән ҡомалаҡ өлгөрә!

Тиҙҙән ҡомалаҡ өлгөрә!

Һуңғы йылдарҙа ҡомалаҡтан әсетеп бешерелгән икмәккә иғтибар артты. Һеҙҙең иғтибарға әсетке яһау оҫтаһы булып танылған апайҙарҙың рецепттарын тәҡдим итәбеҙ. 

– Ҡомалаҡты август аҙағы, сентябрь баштарында һабағы менән алабыҙ. Ваҡлап, киптереп, тоҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуябыҙ. Сүпрә (әсетке) яһар өсөн, 3 литрлы кәстрүлдең өстән ике өлөшөнә ҡомалаҡ һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың да талғын утта ярты сәғәт самаһы ҡайнатаһың. Шунан ике стакан самаһы онға ҡайнар ҡомалаҡ һыуын иләк аша һөҙәһең дә, төйөрҙәре бөткәнсе болғатып, һыуытырға ҡуяһың. Яңы һауған һөт йылылығына етһә, баш һалаһың. Баш – ул алдан әҙерләп ҡуйылған әсетке, тәү башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып ҡабартаһың. 10 – 12 сәғәттән сүпрә әҙер. Ҡапҡаслы һауытҡа һалып, һалҡын урында тотһаң, бер ҡалаҡ шәкәр ҙә өҫтәһәң, тиҙ иҫкермәй, – тип ҡомалаҡтан әсетке яһау серҙәре менән уртаҡлашты Күгәрсен районының Ялсы ауылынан Вәсилә апай Ҡарағужина.


Баймаҡ районы Таулы ҡай ауылынан Гөлйәүһәр апай Сәлихова ла ҡомалаҡ әсеткеһен үрҙәге рецептҡа ярашлы эшләй, тик ул уны киптереп һаҡлай. Бының өсөн шыйыҡ әсеткегә эре иләк аша көрпә (кәбәк) иләп ҡушып, ҡаты итеп ҡамыр баҫырға. Шуны ваҡ-ваҡ киҫәктәргә бүлеп, сепрәк ашъяулыҡҡа йәйеп һалып киптерергә. Үтә ҡатып китмәҫ борон, ит турағыс аша үткәреп алырға ла мөмкин. Бындай әсетке ярты йыл дауамында ла үҙенең сифатын юғалтмай. Тик ныҡ итеп киптерергә кәрәк, юғиһә күгәреүе ихтимал. Икмәк бешерер алдынан 2-3 ҡалаҡ ҡоро сүпрәгә йылымыс һыу, 1 балғалаҡ шәкәр һалып, йылы урында ебетеп ҡабартырға.


Ә бына Баймаҡ районының Ярат ауылы ағинәйҙәренән саҡ ҡына икенсе төрлөрәк рецепт: «Кәстрүлгә ике-өс ус ҡомалаҡ сәскәһе һалып, өс литр самаһы һыу ҡойоп, 15 – 20 минут ҡайнатырға. Һыуын һарҡытып, бүлмә температураһына тиклем һыуытҡас, бер ҡалаҡ тоҙ, бер стакан шәкәр ҡомо, 400 грамм беренсе сортлы бойҙай оно һалып, төйөрҙәре бөткәнсе иҙеп, йылы урынға ҡуйырға. Ике тәүлек ултырған әсеткегә 1,2 килограмм бешкән картуфты ҡырып төшөрөргә лә тағы бер тәүлеккә йылы урында ҡалдырырға. Шыйыҡсаны ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торорға. Һуңынан уны һөҙөп, шешәләргә тултырырға һәм бер ай буйы һалҡын урында һаҡлап ҡулланырға мөмкин».


Фотоның авторы -  Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова.



Вернуться назад