Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма11.08.2025
Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға.

Ауылдаш апайҙа тәмле генә ҡайнатма ашап ҡараным һәм рецепты менән уртаҡлашыуын һораным.


“Мин ябай, стандарт схема буйынса эшләйем: алмаларҙы ҙур итмәй генә ҡырҡам, сливаларым ҙур түгел, шуға күрә уларҙың һөйәген алып, икегә бүлеп ҡуям.


Табаҡҡа һалып, шәкәр өҫтәйем һәм бер төн тотам. Татлыны бик яратмайым, шуға күрә 1 килограмм емешкә 0,8 килограмм шәкәр алам.


Иртәнсәк күп итеп һут бүленеп сыға. Биш минут ҡайнатам һәм уттан алам. Яҡшы итеп һыуынғас, тағы ла биш минут ҡайнатам. Быны иртән һәм кис эшләү уңайлы 


Дөйөм алғанда дүрт-биш тапҡыр бешерәм. Аҙаҡ әҙерләнгән банкаларға эҫе килеш һалам.


Алма менән сливаның нисбәте 50:50 тирәһе. Әммә, әлбиттә, үҙегеҙ теләгәнсә арттыра йәки кәметә алаһығыҙ. Алма һәм сливаның үҙенсәлектәренән ҡайнатманың төҫө һәм тығыҙлығы бәйле.


Әммә һәр хәлдә был тәмле һәм хуш еҫле


Иҫән-һау ашарға булһын!” – тине ул.



Вернуться назад