Һарымһаҡ һаҡлауҙың уникаль ысулы
Мәләүез районы Боһорман ауылында йәшәгән Зифа Миңлеғәле ҡыҙынан кәңәш.
Таҙартып йыуылған һарымһаҡ тештәрен ит турағыс аша үткәргәндән һуң полиэтилен ҡапсыҡҡа тигеҙ генә йәйеп, ваҡ киҫәктәргә бүлгеләп һалып туңдыралар. Ҡышын аш-һыуға ҡушырға ла уңайлы, таҙартып ваҡыт та әрәм итергә кәрәкмәй.
Ә һеҙ һарымһаҡты нисек һаҡлайһығыҙ? Тәжрибәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.