Бындай “Огонек” бер ҡасан да әсемәй
Хәҙер ашарға ла, ҡышын ашарға ла бына тигән ризыҡ!
Өс килограмм помидор, бер стакан иҙелгән һарымһаҡ, ярты стакан аш һеркәһе (туғыҙ процентлы), 2,5 аш ҡалағы тоҙ, дүрт бөртөк әсе борос, бер стакан шәкәр ҡомо алабыҙ. Мин шәкәрҙе ярты стакан һалдым. Барыһын да ит тартҡыстан сығарҙым.
Ике аҙналап өҫтәлдә тора. Әсемәй. Һөт шешәләрен йыуып, аш һеркәһе менән сайҡап, шунда тултырҙым. Һыуытҡыста урын юҡ. Аш менән ашарға бына тигән ризыҡ. Өсмөйөш, бәлеш, манты һәм башҡа ит ризыҡтарына ла шәп соус. Элек керән менән эшләй инем, быныһы нығыраҡ оҡшай.
Яһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ!
Тәскиә апайығыҙ.