Ҡабаҡтан төрлө тәмдәге ҡайнатма эшләргә өйрәтә Фәүзиә апай
Әфлисун, лимон, базилик – һәр береһенең тәмен ала ҡабаҡса“Кемдер ҡабаҡсаны (кабачки) ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыраһа, мин уны еткерә алмайым”, –ти Ишембай районының аш-һыу оҫтаһы Фәүзиә апай Насирова. Унан ҡайнатмаларҙың төрлөһөн эшләү серҙәре менән уртаҡлашты.
Әфлисун, лимон, базилик – һәр береһенең тәмен ала ҡабаҡса
“Кемдер ҡабаҡсаны (кабачки) ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыраһа, мин уны еткерә алмайым”, –ти Ишембай районының аш-һыу оҫтаһы Фәүзиә апай Насирова. Унан ҡайнатмаларҙың төрлөһөн эшләү серҙәре менән уртаҡлашты.
-Ҡабаҡсаға ниндәй емеште ҡушып ҡайнатһаң да ҡабаҡса уның тәмен үҙенә һеңдерә. Бик тәмле, үҙенсәлекле килеп сыға уның ҡайнатмаһы. Мәҫәлән,1 килограмм таҙартылған ҡабаҡсаны, 2 лимонды ит үткәргес аша үткәрәһең, был ҡатнашмаға 0,8 килограмм шәкәр ҡушып, талғын утта 40 минут дауамында ҡайнатаһың. Һауыттың төбөнә йәбешмәһен өсөн бутап торорға кәрәк. Аҙаҡ был ҡатнашмаға 150 грамм базиликты япрағы менән бергә үткәреп ҡушаһың һәм йәнә 10 минут ҡайнатаһың. Ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Повидло һымаҡ бик тәме килеп сыға ул. Уны пирог бешергәндә лә ҡулланырға була, былай ашарға ла мөмкин, - тип һөйләне Фәүзиә апай.
Ҡабаҡсаларығыҙҙы әрәм-шәрәм итмәгеҙ. Ҡайнатма эшләһәгеҙ ҡышын тәмләп ашарһығыҙ әле.
Фото: Фәүзиә Насированыҡы.