Алманан шоколадлы повидло яһау ысулы
Бик тәмле. Шоколадлы пастаны хәтерләтә. Быйыл алма күп, эшләп ҡарағыҙ.
Кәрәк буласаҡ: 2 килограмм алма, 350 грамм һыу, 1,1 кило шәкәр ҡомо, 500 грамм аҡ май, 120 грам какао, 2 пакет ванилин.
Алмаларҙы таҙартып, уртаһын киҫеп алабыҙ. Ыуғыстан үткәрәбеҙ йәки блендерҙа иҙәбеҙ. Һыу һәм 100 грамм шәкәр ҡомо һалабыҙ ҙа 30 минутҡа утҡа ҡуябыҙ. Уттан алып, аҡ май, какао, 1 килограмм шәкәр ҡомо, ванилин өҫтәйбеҙ һәм блендерҙа яҡшылап болғатабыҙ. Тағы утҡа ҡуйып, болғата-болғата, 30-40 минут ҡайнатабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән нығытып ябабыҙ. Яртышар литрлы биш банка шоколад пастаһы килеп сығасаҡ.
Быйыл алма күп, эшләп ҡарағыҙ.