Рассада сәскәйнем... ҡайын үҫте!
"Пенсия алған ваҡытта 15 һум ваҡ аҡсаһы булмағас, кассир ҡыҙыҡай: "Апай, сәскә орлоҡтары бар, һайлап алығыҙ", - тине".
Кемдең орлоҡтан сәсеп (март башынан рассадаға), ҡайын үҫтергәне бар?! Юҡты-ы-ыр. Ундай иҫәрҙе күргән, ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр әле.
Ә мин... үҫтерҙем. Теүәл 12 төп. Орлоғон һатып алдым.
Пенсия алған ваҡытта 15 һум ваҡ аҡсаһы булмағас, кассир ҡыҙыҡай: "Апай, сәскә орлоҡтары бар, һайлап алығыҙ", - тине. Ҡабына "флокса" тип яҙылғанын алдым (флоксаларҙы яратам).
Тупраҡҡа төртөп тә ҡуйҙым. Дәррәү генә бер тигеҙ булып шытып сыҡтылар. Көн йылынғансы арыу уҡ булдылар. Күршем ҡарап, һоҡланып сыҡты әле ул.
Япрағының формаһы шикле тойолдо ул шунда ла (яңы сорттыр, бәлки, тип уйланым инде). Тышҡа сығарып ултырттым. Бөтөнләй шәбәйҙе флоксаларым. Япраҡтары ғына ни эшләптер ҡайындыҡына тартым.
Йәй уртаһы етте. Сәскә атырға уйламайҙар ҙа... Тас ҡына ҡайын инде үҙҙәре, аптырарһың.
Шула-а-ай, хәҙер август тыуҙы ҡыҫыр флоксаларҙың сәскә атыуын көтөп.
Орлоҡ мажараһы бының менән генә бөтмәне әле. Икенсе юлы "бархатцы" тигәнен алдым баяғы 15 һумға. Уныһының былай орлоғо ысын ғына шуныҡы ине (таныш бит инде, гел үҫтергәс). Ә-ә-ә, юҡ - уныһы тағы ла ҙурыраҡ сюрприз булып сыҡты, сәпсим бер нимә лә сыҡманы. Вәт.
Баяғы 12 төп ҡайынды һатыуға ҡуйһам, ҡалай булыр, алыусы табылырмы икән? Әллә ултыра бирһенме... Бәлки, сәскә атыр, кем белә, шулай бит?
Авторы - Гөлзифа Исрафилова.