Ҡышҡа бүләк - бөтнөктән ҡайнатма02.08.2025
Ҡышҡа бүләк - бөтнөктән ҡайнатма

Ҡышҡа бүләк - бөтнөктән ҡайнатма

Һалҡын мәлдә йәйгә ҡайтырһығыҙ. Рецебы - яҙмала.

Ингредиенттар:


250 грамм бөтнөк япраҡтары


Бер килограмм шәкәр


Ике лимон


0,5 литр һыу


Әҙерләү барышы:



Бөтнөк япраҡтарын һабағы менән бергә йыуып, еңелсә киптерегеҙ һәм ваҡлағыҙ.
Лимондарҙы тышы менән ҡуша ваҡлап турағыҙ.
Барыһын да кәстрүлгә һалып, өҫтөнә һыу ҡойоп, ун минут бешерегеҙ.
Унан уттан алып, бер тәүлеккә ултыртып тороғоҙ.


Ошо ваҡыт үткәс, ҡатнашманың һутын һығып сығарырға һәм төнәтмәне һөҙөргә кәрәк.
Төнәтмәгә шәкәр ҡушып, утҡа ҡуйырға һәм утҡа ҡуйып, әҙер булғансы ҡайнатырға (ҡуйырырға, гәрәбә төҫөнә инергә тейеш).
Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға ҡойоп, шундуҡ ҡапҡас менән ябабыҙ.

Был ҡайнатманы сәй табынына ҡуябыҙ, шулай уҡ лимонадҡа, десерттарға ҡушырға мөмкин.


Фото: "Һаулығым - байлығым" төркөмөнән. 



Вернуться назад