Ҡыҙыл ҡарағаттан - шашлыҡ өсөн соус02.08.2025
Ҡыҙыл ҡарағаттан - шашлыҡ өсөн соус

Ҡыҙыл ҡарағаттан - шашлыҡ өсөн соус

Рецепт - сайтта.

Ингредиенттар:


▪️ 1,5 килограмм ҡыҙыл ҡарағат


▪️ 250-300 г шәкәр ( тәменә ҡарап)


▪️ 0,5 стакан 9 процентлыҡ һеркә


▪️ ¼ балғалаҡ төйөлгән имбир


▪️ ҡыҙыл һәм ҡара борос ( тәменә ҡарап)


▪️ ¼ балғалаҡ дәрсен


▪️ тоҙ (тәменә ҡарап)


Әҙерләү:


▪️ ҡарағатты йыуып, һыуын һарҡытҡас, иләк аша үткәрәбеҙ


▪️ блендер менән өйөрөлтөп алабыҙ


▪️ үткәрелгән еләкте кәстрүлгә бушатып, уртаса утҡа ҡуябыҙ


▪️ шәкәрҙе яйлап өҫтәргә кәрәк. Өҫтәгән һайын яҡшылап болғайбыҙ


▪️ шәкәрле еләк массаһы ҡайнарға етешкәс, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ һәм утты кәметәбеҙ


▪️ ярты сәғәт самаһы утта тотабыҙ


▪️ уттан алып, һеркә өҫтәйбеҙ ҙә стерилле банкаларға ҡоябыҙ.



Вернуться назад