Баҡса еләген туҡландырырға ваҡыт30.07.2025
Баҡса еләген туҡландырырға ваҡыт

Баҡса еләген туҡландырырға ваҡыт

Ошо ябай ысулдар менән бер тапҡыр ашлау ҙа етә. 




Туҡландырыу еләктәр эре булһын өсөн генә түгел, ә еләк ҡыуағы көсәйһен, ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн дә кәрәк.


Ошо ысул буйынса бер тапҡыр туҡландырыу ҙа етә:


10 литр һыуға өс грамм марганцовка, 0,5 сәй ҡалағы бор кислотаһы (йылы һыуҙа иретеп ҡушырға), бер аш ҡалағы мочевина, 0,5 стакан көл һалып бутайбыҙ. Алдан һыу һипкән еләктәрҙең бер төбөнә бер литр һалырға. Бәләкәй ҡыуаҡтарға 0,5 литр ҙа етә.


Икенсе ысул да бар:
10 литр һыуға 0,5 сәй ҡалағы бор кислотаһы, 0,5 сәй ҡалағынан әҙерәк марганцовка, 13-15 тамсы йод, ике аш ҡалағы нишатыр спирты һалып болғатабыҙ. Бер төпкә 0,5 литр һалып сығырға кәрәк. 






 


Вернуться назад