Хәҙер ултыртһаң, сентябрҙә өлгөрә29.07.2025
Хәҙер ултыртһаң, сентябрҙә өлгөрә

Хәҙер ултыртһаң, сентябрҙә өлгөрә

Июлдә икенсе тапҡыр ҡыяр сәсергә мөмкин. Әммә ҡайһы бер сорттарын ғына. Улар һеҙҙе ҡара көҙгә тиклем ҡыуандырасаҡ. Ниндәй сорттар кәрәклеге хаҡында - сайтта.

Июлдә икенсе тапҡыр ҡыяр ултыртырға мөмкин. Әммә ҡайһы бер сорттарын ғына! Ҡара көҙгә тиклем ҡыяр бирәсәк улар.


"Теща F1". Үҙенән-үҙе һеркәләнә торған гибрид. Артығын үҫмәй ҙә, һарғаймай ҙа. Күп итеп һыу һибеүҙе ярата. Уның ҡарауы, бик мул уңыш бирә.

Ажур F1. Ҡыяр ауырыуҙарына бирешмәй, көндөҙгө һәм төнгө температура үҙгәреүен еңел кисерә, оҙаҡҡа киткән ҡоролоҡтан йәки ямғырҙан ҡурҡмай. Ултыртҡач, 35–40 көндән һуң уңыш бирә башлай. Ҡыярҙары татлы һәм эре була.

Баночный F1. Тишелгәндән һуң 40 көнләп уҙыуға уңыш бирә. Температура тирбәлештәренә, ауыруҙарга бирешмәй. Бик тәмле ҡыяр.

Хәзер ошо сорттарның береһен ултыртһағыҙ, сентябрь буйы яңы өлгөргән ҡыяр ашаясаҡһығыҙ.



Вернуться назад