Фәриҙә ханым ҡаҡты ниндәй генә емештән ҡоймай!
Шәкәр ҡушмаһаң да, бик тәмле килеп сыға, ти ул. Рецепт - яҙмала.
Быйыл йәй емеш-еләк бигерәк ныҡ уңды. Бер нисә йыл сейә булмағайны, ә быйыл ҡыуаҡтар емештәрҙән бөгөлөп тора, хатта япраҡтары ла күренмәй.
Уңған хужабикәләр береһен дә әрәм итмәй, ҡышҡылыҡҡа витаминлы ризыҡтар әҙерләй. Ишембай ҡалаһынан Фәриҙә Ҡорбанова ла ҡайнатмалар, компоттар эшләп кенә ҡалмаған, бер өлөшөн туңдырырға һалған. Ҡаҡтың да төрлөһөн байтаҡ яһаған. Унан ҡаҡ эшләү рецебын һораштыҡ.
– Мин емештәргә шәкәр, башҡа тәмләткестәр ҡушмайым, үҙ тәме менән булғанын яратам. Ер, баҡса еләге, ҡарағат, алма, ҡурай еләгенән ҡаҡтар эшләйем. Емештәрҙе төштәренән таҙартам да, блендер менән ваҡлайым йә ит турағыс аша үткәрәм. Алманы әҙерәк һыу һалып быҡтырып алам.
Емеште 0,5 сантиметр ҡалынлыҡта йәйеп һалам. Киптергестә (дигидраторҙа) 60 градуста ете-һигеҙ сәғәт тирәһе әҙерләнә. Әҙерлеген белер өсөн ҡаҡҡа бармаҡ менән төртһәң, ҡоро булырға тейеш.
Пергамент ҡағыҙына төрөп йә банкаларға тултырып, өй температураһында һаҡларға мөмкин.
Ҡыштың һыуыҡ көндәрендә йәйҙе иҫкә төшөрөп, ҡаҡ менән сәй эсеүҙәре ни тора! – ти уңған хужабикә.
Фото: Фәриҙә Ҡорбанованыҡы.