Һуған менән һарымһаҡты йыйып алғас урынына нимә ултыртырға? Һуған менән һарымһаҡты йыйып алғас урынына нимә ултыртырға?
Улар көҙгә тиклем өлгөрәсәк һәм түтәлдәрҙе сүп-сар баҫмаясаҡ.
Һуған менән һарымһаҡ уңышын йыйып алдығыҙмы? Ә түтәлдәр буш ҡалды. Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, уларҙы буш ҡалдырырға ярамай. Сөнки унда тиҙ арала сүп-сар үҫәсәк. Әгәр түбәндәге йәшелсәне ултыртһағыҙ, улар көҙгә тиклем өлгәрәсәк.
Укроп, шпинат, салат. Улар оҙон яҡтылыҡ көнөн ярата. Хатта август башында сәсһәгеҙ ҙә, даими һуғарыу һәм яҡшы тәрбиә менән был культуралар һыуыҡҡа тиклем уңыш бирергә өлгөрә. Салат айырыуса тиҙ үҫә – бер нисә тапҡыр ҡырҡып алырға мөмкин.
Пекин кәбеҫтәһе. Бында ашыҡмау мөһим. Был культура оҙон яҡтылыҡ көнөнән ҡурҡа һәм уҡтар ебәрә ала. Сәсеү өсөн иң яҡшы ваҡыт — июль аҙағынан август башына тиклем, төндәр оҙонораҡ һәм һалҡыныраҡ булғас. 50-60 көн эсендә тығыҙ, һутлы уңыш алырға өлгөрәһегеҙ.
Борсаҡ. Борсаҡты һуң сәсеү – реаль стратегия. Ул һалҡын төндәрҙән ҡурҡмай, тиҙ үҫә һәм хатта сентябрҙә лә яҡшы емеш бирә. Иң мөһиме – иртә өлгөргән сортты һайлап, ваҡытында бәйләргә.
Спаржалы фасоль. Әгәр июль башында йәки уртаһында ултыртһаң, фасоль сентябрь аҙағына тиклем өлгөрә. Уның вегетация осоро ҡыҫҡа, һәм ул ҡатмарлы тәрбиә талап итмәй. Өҫтәмә файҙа – тупраҡты азот менән байытыу.
Брокколи һәм төҫлө кәбеҫтә. Ике культура ла талапсан түгел һәм температураның түбәнәйеүен яҡшы кисерә. Иртә сорттарҙы һайлағыҙ, даими рәүештә һыу һибегеҙ, һәм 60-70 көндән кәбеҫтә һеҙҙе тығыҙ сәскәләр менән ҡыуандырасаҡ.
Шалҡан. Йәйҙең икенсе яртыһындағы тамыраҙыҡтарҙың бер өҫтөнлөгө бар: улар уҡтарҙы әҙерәк ебәрә. Шалҡан яҡты көн кәмегән ваҡытта бик яҡшы үҫә.
Иң мөһиме – түтәл буш тормаһын, юғиһә аҙаҡ сүп-сар менән көрәшергә тура киләсәк.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.