Ҡышҡылыҡҡа шәп салат27.07.2025
Ҡышҡылыҡҡа шәп салат

Ҡышҡылыҡҡа шәп салат

Ҡыярҙар мул саҡта ҡышҡылыҡҡа мотлаҡ ошо салатты ла эшләй һалығыҙ! Бик тәмле!

3 кг ҡыярға, 1 кг башлы һуған, 0,5 стакан уксус, 0,5 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 6 ҡырҡым һарымһаҡ алабыҙ.

Барыһын турап, әҙерләп, ҙур һауытҡа һалып, укроп өҫтәп болғатабыҙ һәм 4-5 сәғәткә өҫтөн ҡаплап ҡуйып торабыҙ.

Артабан 20 минут ҡайнатабыҙ һәм стерилләнгән бәләкәй (0,5) банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Ҡыш, пицца бешергәндә өҫтөнә һалып ебәрһәгеҙ, бигерәк шәп. Былай ашауға ла шәп!


Сығанаҡ: "Даирә"



Вернуться назад