Сейәне ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме?25.07.2025
Сейәне ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме?

Сейәне ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме?

Соус яһағыҙ - тәмле, әскелтем генә килеп сыға.

Ингредиенттар:


Тосо алынған сейә - 2кг


Шәкәр ҡомо - 250-350 г


Тоҙ - 2 балғалаҡ


Паприка 1 балғалаҡ


Кари - 1 балғалаҡ


Ҡара борос - 1 балғалаҡ


Һарымһаҡ 1 аш ҡалағы


Кориандр - 1 балғалаҡ


Имбирь - 1 балғалаҡ


Мускат сәтләүеге - ярты балғалаҡ


Крахмал 1 балғалаҡ + 50мл һыу


Сейәне йыуып, тостарын алып, блендер аша иҙәбеҙ. Тәмләткестәр өҫтәйбеҙ, утҡа ҡуйып, 20 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Крахмал һалып, тағы биш минут ҡайнатырға кәрәк. Тәмле соус әҙер - банкаларға һалып, ябабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!



Вернуться назад