Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай25.07.2025
Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай

Ул ағыуға әйләнә икән. Ниндәй ваҡыт эсендә эсеп бөтөргә кәрәк? 

"Ике-өс йыл ултырған һуттарым, компоттарым бар". Таныш-тоноштан ошондай хәбәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын.


Баҡтиһәң, төшлө емеш һуттарын, ҡайнатмаһын оҙаҡ һаҡларға ярамай. Сейә, абрикос төшөндә амигдалин (В17 матдәһе) бар, аҙ миҡдарҙа ул рактан һаҡлай. Оҙаҡ торғанда, зыянлы синиль кислотаһына әүерелә.


Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма, компоттағы амигдалин кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәй. Оҙағыраҡ һаҡланған һайын синиль кислотаһы миҡдары арта. Шуға төшлө емештәрҙән ҡышҡы запастарҙы бер йылда ҡулланып бөтөргә кәрәк.


Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.


Фото: Әлиә Хужәхмәтова.



Вернуться назад