Нисек ҡыярҙы бер ай буйы һыуытҡыста һаҡларға?24.07.2025
Нисек ҡыярҙы бер ай буйы һыуытҡыста һаҡларға?

Нисек ҡыярҙы бер ай буйы һыуытҡыста һаҡларға?

Әгәр был ҡағиҙәне үтәһәгеҙ, ҡыярҙар өс-дүрт аҙнаға тиклем яңы һымаҡ ҡала ала.

Ҡыяр уңышын йыйып алдығыҙмы әле? Ҡыҙғаныс, кетерләп кенә торған йәшел ҡыярҙы әллә ни оҙаҡ һаҡлап булмай. Серей, һарғая, тәмһеҙләнә... Баҡһаң, уны бер ай буйы һыуытҡыста һаҡлау ысулы бар икән.


Ни бары ҙур пластик контейнер һәм һыу кәрәк буласаҡ. Ҡыярҙы һауытҡа һалығыҙ ҙа, тулыһынса ҡапларлыҡ итеп уларҙы һыу менән тултырығыҙ, һуңынан һауытты һыуытҡысҡа ултыртығыҙ. Һыуҙы көн һайын алмаштырырға кәрәк — был мөһим шарт. Әгәр был ҡағиҙәне үтәһәгеҙ, ҡыярҙар өс-дүрт аҙнаға тиклем яңы һымаҡ ҡала ала.


Эшләп ҡарайыҡ әле, ысынлап та шулаймы икән?


 



Вернуться назад