Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ? Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ?
Ул ҡыш уртаһында уҡ кипмәһен, серемәһен өсөн яҡшы алымдар тәҡдим итәбеҙ.
Һарымһаҡты һаҡлауҙың бер нисә төрө бар. Һәр баҡсасы уны үҙенсә башҡара, шулай ҙа кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу ҙа ҡамасауламаҫ.
Һарымһаҡ ҡыш уртаһында уҡ кибә, серей башларға мөмкин. Быны булдырмау өсөн, киптерелгән һарымһаҡты эмалле кәстрүлдә бойҙай оно менән аралаштырып һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡтар бер-береһенә тейеп тормаҫҡа тейеш. Өҫтөнә лә күмелерлек итеп он һибергә. Кәстрүлдең ҡапҡасын ҡапларға һәм аш-һыу бүлмәһенә ҡоро урынға ҡуйырға.
Һарымһаҡ он эсендә яҙға тиклем боҙолмай һаҡлана. Ул серемәһен, үҫмәһен өсөн төбөндәге ваҡ тамырҙарын яндырырға ла була.
Быяла банкала ла һарымһаҡ яҡшы һаҡлана. Уның өсөн быяла банкаларҙы стерилләштерәләр һәм киптерәләр. Ҡоро һарымһаҡты банкаларға өҫкө өлөшөнә тиклем йәйәләр. Артабан ул бер нисә ҡат бөкләнгән марля менән ябыла. Ҡапҡас ябылмай.
Һарымһаҡ банкаларын аш-һыу бүлмәһендәге ирекле мөйөшкә йәки даими ыңғай температура һаҡланған башҡа йылы бүлмәгә ҡуялар. Уларҙы келәттә һаҡларға кәрәкмәй, бигерәк тә һыуытҡысҡа һалырға ярамай.
Һарымһаҡ ағас бысҡандан ҡалған онтаҡта йәки ағас көлөндә лә яҡшы һаҡлана. Ҡатырға тартмаға ҡатламлап һарымһаҡ һәм ағас онтағы тултырығыҙ. Аҫҡы һәм өҫкө ҡатлам ағас онтағы булһын. Ылыҫлы ағас онтағы яҡшыраҡ.
Ә һеҙ, нисек һаҡлайһығыҙ һарымһаҡты? Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙең серҙәрегеҙ менән уртаҡлашып та китһәгеҙ ине.
Фото: "Һаулығым-байлығым" төркөмө.