Ҡыярҙары кетерләп тора21.07.2025
Ҡыярҙары кетерләп тора

Ҡыярҙары кетерләп тора

Бик тәмле лә була.Ҡыярҙарығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәйһегеҙме, улайһа, Тәскиә Вәғизованың рецебы тап һеҙҙең өсөн. Ә һеҙ нисек тоҙлайһығыҙ? Рецепттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Ҡыярҙарығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәйһегеҙме, улайһа, Тәскиә Вәғизованың рецебы тап һеҙҙең өсөн.


Ҡыярҙарҙы кистән йыйып индерегеҙ һәм йыуып, һалҡын һыуға һалып ҡуйығыҙ.


"1,5 литрлы стерилләнгән банка төбөнә керән япрағы, укроп башы, һабағын турап һалырға ла була, киҫкеләп һарымһаҡ һалам һәм ҡыярҙарҙы тултырып, ҡайнар һыу ҡоям. Һыуынғас, һыуын түгәм. Банкаға 1 аш ҡалағы кориандр, 7-8 бөртөк йоморо борос, лавр япрағы, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы өйөп тороп шәкәр, 2-3 аш ҡалағы 9%-лы аш һеркәһе (уксус) һалып, ҡайнар һыу ҡойоп, ҡалай ҡапҡастар менән ҡаплап, төрөп ултыртам", - тип яҙған Тәскиә Вәғизова. 


Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле кетерләп кенә торған ҡыярҙар әҙер! Ә һеҙ ҡыярҙарҙы нисек маринадлайһығыҙ? Рецепттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.


Сығанаҡ: "Йорт. Баҡса. Рецептар"



Вернуться назад