Сейә джемын ошолай әҙерләү күпкә еңел20.07.2025
Сейә джемын ошолай әҙерләү күпкә еңел

Сейә джемын ошолай әҙерләү күпкә еңел

Ябай рецепт тәҡдим итәбеҙ.
 

Быйыл баҡса мул уңыш менән һөйөндөрә. Сейә лә ишелеп уңды. Хәстәрле хужабикәләр уның бер бөртөгөн дә әрәм-шәрәм итмәй, ҡышҡа ризыҡ әҙерләп ҡуйырға тырыша.


Сейә джемы эшләү өсөн был рецепт тәмлелеге менән генә түгел, уңайлылығы менән дә хужабикәләрҙең иғтибарын йәлеп итә.


Сейәне матурлап йыуабыҙ һәм һыу ҡоймай ғына бешерергә ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 5-10 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Һыуынғас, дуршлаг йәки башҡа төрлө һөҙгөс аша һөҙөп, төшөнән айырабыҙ. Һөҙөлгән массаны икенсе кәстрүлгә бушатабыҙ һәм шул күләмдә шәкәр һалабыҙ ҙа тағы ла 6-7 минут ҡайнатабыҙ. Джемды стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ.


Ҡышҡа тәмле джем әҙер.


Автор фотоһы.



Вернуться назад