Ташҡабаҡтан - тәмле ҡабымлыҡтар16.07.2025
Ташҡабаҡтан - тәмле ҡабымлыҡтар

Ташҡабаҡтан - тәмле ҡабымлыҡтар

Гөлназ Ишемғолова үҙенең "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөндә әленән - әле төрлө тәмлекәстәр рецебы менән уртаҡлашып тора. Был юлы уңған ташҡабаҡтан тәмле ҡабымлыҡтар тәҡдим итә.

Гөлназ Ишемғолова үҙенең "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөндә әленән - әле төрлө тәмлекәстәр рецебы менән уртаҡлашып тора. Был юлы уңған ташҡабаҡтан тәмле ҡабымлыҡтар тәҡдим итә.


"Мммм..тәмле! Ташҡабаҡты ( кабачки) ошолай яратаһығыҙмы, әхирәттәр?
Еп - еңел һәм тиҙ генә әҙерләнә.
Бер кабачкиҙы түңәрәкләп тураным да, тоҙ, борос менән бутаным.
Икенсе һауытта 2 йомортҡаға тоҙ, он өҫтәп ҡуйы ғына ҡамыр булғансы туғыным.
Аҙаҡ теленгән кабачкиҙы берешәрләп ҡамырға манып, майлы табаға һалып ике яҡтан ҡыҙҙырҙым.
Өҫтөнә һалыр өсөн сыр менән һарымһакты ҡырғыстан үткәреп, краб таяҡсаһын, ҡаймаҡ ҡушып бутаным, помидор менән биҙәнем.
Әйткәндәй, мин уның үҙен генә яратам, сырлы - һарымһаҡлы эслек ҡушмай ғына. Ныҡ тәмле!"- тип яҙған ул.


Әйҙәгеҙ, уңған хужабикәләр һеҙ ҙә ташҡабаҡтан тәмле ҡабымлыҡтар эшләп ҡарағыҙ әле. Үҙегеҙҙең рецептарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.


Фото һәм сығанаҡ: "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөнән.



Вернуться назад