Баҡсалағы ҡырмыҫҡанан нисек еңел ҡотолорға?
Бер ниндәй ҙә ағыу кәрәкмәй
Баҡсалағы йыш проблемаларҙың береһе – ҡырмыҫҡалар. Уларҙан ҡотолоу еңел түгел, шуға күрә участканы ағыуларға тура килә. Бөгөн иғтибарығыҙға еңел һәм ағыуһыҙ ысул тәҡдим итәбеҙ.
Ни бары банан тышы һәм бор кислотаһы кәрәк. Шулай итеп ике өлгөргән банан тышы һәм 10 грамм бор кислотаһы кәрәк. Кислотаны 0,5 литр йылы һыуҙа иретәбеҙ һәм өс сәғәткә банан ҡабығын һалабыҙ.
Аҙаҡ уларҙы ҡарағат төбөнә, ҡырмыҫҡа иләүе янына һәм теплицаға һалып сығабыҙ. Бер аҙна эсендә ҡырмыҫҡалар тулыһынса юҡҡа сыға. Ә банан тышы органик ашламаға әйләнә һәм тәбиғи юл менән серей. Тимәк балаларға йәки бал ҡорттарына зыяны юҡ.