Колорадо ҡуңыҙынан әмәл тапҡан: ҡорттар бөтәһе лә үлгән14.07.2025
Колорадо ҡуңыҙынан әмәл тапҡан: ҡорттар бөтәһе лә үлгән

Колорадо ҡуңыҙынан әмәл тапҡан: ҡорттар бөтәһе лә үлгән

Баҡсаһындағы бөтә был ҡортҡосто юҡҡа сығарған ағай ошо ысул тураһында һөйләй.

Интернетта бер видеояҙма таралды. Унда ир кеше нисек итеп баҡсаһындағы колорадо ҡуңыҙынан ҡотолоуы хаҡында һөйләй. 


Кистән 10 литр һыуға бер ҡап ҡыҙыл боросто болғатып иҙеп, пульверизатор менән картуф һабағындағы колорадо ҡуңыҙҙарына һиптереп сыға. Иртәгәһенә иртән бөтә ҡоротҡостар үлеп, ерҙә, тупраҡта аунап ята, был буш хәбәр булмаған, ти ул. 


Был ваҡытлыса сарамы, әллә ысынлап һөҙөмтәле ысулмы - ваҡыт күрһәтер. Һәр хәлдә был алымды ҡабатларға тура килһә лә, борос ағыу түгел бит, тимәк, кешегә лә зыяны булмаҫ, тип һөйөнә ир.


Ә һеҙ шулай эшләп ҡаранығыҙмы? Һөҙөмтә ниндәй булды, ни әйтерһегеҙ?


Э. Ибраһимова фотоһы.



Вернуться назад