"Мохито"ны үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ
Ҡышҡылыҡҡа бик шәп буласаҡ! Бигерәк тә мунсанана һуң...
Өс литрлы банкаға түңәрәкләп туралған ярты лимон, бер әфлисун бер нисә бөтнөк япрағын һалығыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 30-40 минут ултыртып тороғоҙ. Һуңынан һыуҙы кире кәстрүлгә бушатып, шәкәр һалып, ҡайнатып сығарығыҙ ҙа, кире банкаға ҡойоп, стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйығыҙ.
Әйткәндәй, ошо уҡ рецепт буйынса сейә, алма һалып эшләргә лә була.
Фото: "Файҙалы кәңәштәр"