Гөлгөнә Байегетованан сейә ҡайнатмаһы рецебы
Баймаҡ районынан тәмле бәлеш, сәк-сәк бешереү оҫтаһы Гөлгөнә Байегетова был юлы бик үҙенсәлекле сейә ҡайнатмаһы әҙерләү рецебы тураһында һөйләй. Ә һеҙ сейәнән ҡайнатманы (варенье) нисек эшләйһегеҙ? Әйҙәгеҙ, үҙ серҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
Быйыл баҡсаларҙа сейә уңды: күп хужабикәләр унан компот ябып өлгөрһә, икенселәре туңдырғысҡа һала. Ә бына Гөлгөнә Байегетова сейәнән бик тәмле ҡайнатма эшләү рецебы менән видеяҙма аша таныштыра.
- 11 стакан сейәгә ярты стакан һыу ҡойоп ҡайнатып сығарҙым, оҙаҡ ҡайнатманым, 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем, болғап ебәреп ҡайнап сыҡҡас тағы ла 10 минут ҡайнаттым, артабан тағы ла 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем дә ағас ҡалаҡ менән шәкәр ҡомо иреп бөткәнсе болғап торҙом, шәкәр ҡомо иреп бөтөп ҡайнап сыҡҡайны ғына утты һүндерҙем, шуның менән ҡайнатма әҙер. Барлығы 11 стакан сейәгә 14 стакан шәкәр ҡомо китә инде. Әҙер ҡайнатманы эҫе көйөнсә банкаларға һалырға мөмкин, әммә ҡайнатма һыуынып бөткәнсе ҡапҡасты япмай, шул көйө һыуынғанса ҡуйып торорға. Кәстрүлдә лә һыуынғанса ҡалдырып аҙаҡ банкаларға һалырға мөмкин, - ти ул.
Ә һеҙ сейәнән ҡайнатманы (варенье) нисек эшләйһегеҙ? Әйҙәгеҙ, үҙ серҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
Фото һәм видеояҙма: Гөлгөнә Байегетова.