Варикоздан, юғары ҡан баҫымынан һәм ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән файҙалы11.07.2025
Варикоздан, юғары ҡан баҫымынан һәм ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән файҙалы

Варикоздан, юғары ҡан баҫымынан һәм ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән файҙалы

Был үләнде киптергәнегеҙ бармы? Шундай хуш еҫле, баллы! Тик ағыулы ла, шуға күрә бер шартты үтәргә кәрәк. 

Элек уны бал үләне итеп, хужалыҡтар умарталыҡ янында сәсә торған булғандар. Ваҡ ҡына һары сәскәләрен бал ҡорттары һырып алған...


Бейек булып үҫкән, июндән сентябргәсә сәскә атҡан был үлән - ҡандала үләне (донник).


Дарыу булараҡ, уның сәскәле һабаҡ остарын йыялар. Ҡаты һабағын алмайҙар. Һары сәскәлеһен генә, ә аҡ төҫтәгеһен дарыу үләне итмәйҙәр. 


Был шифалы үлән: ҡан баҫымын төшөрә, көҙән йыйырғанды бөтөрә, тынысландыра, спазмдарҙы бөтөрә, токсик зобты дауалай, тирләтә, бәүелде арттыра, йүтәлде йомшарта, атеросклерозды кәметә, тромбтарҙы таҙарта, быуындар һыҙлауын бөтөрә, яраларҙы дауалай, ялҡынһыныуҙы баҫа.


Бына шул үҙенсәлеге өсөн ул геникологияла киң ҡулланыла: ҡатын-ҡыҙҙың эске енес ағзаларындағы ялҡынһыныу сирҙәрен дауалай, айлыҡ циклды яйға һалырға ярҙам итә, климакс осорон еңелерәк кисерергә булыша.


Эсәр өсөн ҡандала үләне төнәтмәһе түбәндәгесә яһала: 2 балғалаҡ кипкән һәм ваҡланған үләнде 2 стакан ҡайнап һыуынған һыуға һалып, 4 сәғәт өҫтөн ҡаплап тоталар. Унан һөҙөп, көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан 30-40 минут алда яртышар стакан эсәләр. 


Яраларға ябыр өсөн: 2 аш ҡалағы үләнде 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, 2 сәғәт төнәтәләр. Быуындар һыҙлағанда ҡандала үләнен быуландырып, таҫтамал аша быуындарға ябалар. Дауаланыу курсы – 10 көн. 


ИҒТИБАР! Бик шифалы булһа ла, эсә башлағансы табип менән кәңәшләшегеҙ. Ҡандала үләнен ауырлы ҡатындарға, бөйөрҙәре сирле булғандарға, геморрагик диатез булғанда ҡулланыу тыйыла. Был мөһим: үләнде бары тик яҡшылап киптергәндән һуң ғына төнәтмә яһап эсергә ярай. Тейешенсә кибеп етмәгән үләндә ағыулы матдәләр була. 


Э. Ибраһимова фотоһы.


Тулырак: https://syuyumbike.ru/news/zdorovie/varikozdan-gerpestan-xatyn-kyz-cirlare-ham-kan-basymynnan-sifa-bira-torgan-ulan



Вернуться назад