Баҡса емештәренән ҡышҡылыҡҡа нимә генә эшләмәй10.07.2025
Баҡса емештәренән ҡышҡылыҡҡа нимә генә эшләмәй

Баҡса емештәренән ҡышҡылыҡҡа нимә генә эшләмәй

Гүзәл апай ҡабаҡ һуты, ҡайнатмаһы, сөгөлдөр салаты рецебы менән бүлеште

 Миәкә районы Сурай ауылында йәшәүсе Гүзәл Баһауетдинованың аш-һыуы, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән ризыҡтары  иҫ китмәле тәмле килеп сыға. Яҡындарының яратып ашауҙары ла хужабикә өсөн иң ҙур баһа. Әйҙәгеҙ уның рецепттарын ҡулланып ҡарайыҡ.


Ҡабаҡ һуты


Өс килограмм таҙартылған ҡабаҡҡа ярты килограмм күрәгә йәки өс  әфлисун ҡушабыҙ ҙа, өс литр һыуҙа бешерәбеҙ. Яҡынса ярты сәғәт  ҡайнарға тейеш. Һыуынғандан һуң блендер менән бутайбыҙ. Һөҙгөс аша үткәреп,  йәнә алты литр һыу ҡойоп бешерергә ҡуябыҙ. Бер сәғәт тирәһе бешә. Шул арала бер килограмм шәкәр, ике аш ҡалаһы лимон кислотаһы һалабыҙ. Аҙаҡ стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ һәм тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Банкаларҙы баш түбән әйләндереп, төнгөлөккә сепрәк менән ҡаплап ҡуйыу һәйбәт. Икенсе көнөнә банкаларҙы баҙға төшөрәбеҙ.


Ҡабаҡ ҡайнатмаһы


1,5 килограмм таҙартылған ҡабаҡ, ярты килограмм күрәгә, бер килограмм шәкәр, бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы кәрәк буласаҡ.


Ҡабаҡты турап, күрәгә, шәкәр һалып ошо ҡатнашманы төнгөлөккә ҡуябыҙ. Ошолай эшләгәндә улар йомшара, бер-береһенә тәме һеңә. Иртәнсәк ярты сәғәт бешереп алғандан һуң , һыуытырға ҡуябыҙ. Блендер менән яҡшылап бутағас, бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы өҫтәп, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.


Ҡыҙыл сөгөлдөрҙән шәп ҡабымлыҡ


Бының өсөн өс килограмм бешкән сөгөлдөр, дүрт аш ҡалағы шәкәр, бер аш ҡалағы тоҙ, бер стакан көнбағыш майы, 80 грамм 9 процентлы аш һеркәһе (уксус) кәрәк.


Сөгөлдөрҙө ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Шуға шәкәр, тоҙ, көнбағыш майы ҡушабыҙ. 15 минут ҡайнатып алабыҙ. Һуңынан 80 грамм 9 процентлы уксус өҫтәйбеҙ һәм йәнә 2-3 минут ҡайнатабыҙ. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән  ҡаплайбыҙ. Банкаларҙы түңкәреп бер тәүлек тотабыҙ, өҫтөн ҡалын сепрәк менән ҡаплап ҡуйырға онотмағыҙ. Әҙер салаттарҙы баҙҙа һаҡлайбыҙ.


Ҡышын үҙен генә ашарға була. Бутерброд итеп икмәккә һылап, өҫтөнә тоҙло балыҡ һалһаң да иҫ киткес тәмле килеп сыға.


Фото: Гүзәл Баһауетдинованыҡы



Вернуться назад