Өй шарттарында Фанта яһау ысулы06.07.2025
Өй шарттарында Фанта яһау ысулы

Өй шарттарында Фанта яһау ысулы

Ҡыш көнө рәхәтләнеп эсер өсөн бик тәмле эсемлек килеп сыға

Өс литрлы банка өсөн кәрәк буласак:


0,5 литр таҙартылған абрикос
ҡалын итеп ҡырҡылған 2-3 апельсин киҫәге (түңәрәк итеп)
1 телем (түңәрәк) ҡырҡылған лимон
1 стакан шәкәр


Әҙерләү:


Таҙа банкаға абрикос, апельсин, лимонды һалығыҙ.
Шәкәр һалығыҙ һәм банка тулғансы ҡайнар һыу тултырығыҙ.
Стерилләштерелгән ҡапкас менән ябып ҡуйығыҙ.
Банканы әйләндерегеҙ, юрғанға төрөгөҙ һәм тулыһынса ҡалдырығыҙ.


Сығанаҡ: "Ауыл ҡатыны" төркөмөнән



Вернуться назад