Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!05.07.2025
Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!

Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!

Компот бик тәмле килеп сыға, бер ҡасан да боҙолмай.

Быйыл алма бик уңғанға оҡшай. Тырыш хужабикәләр унан ҡышҡылыҡҡа төрлө тәмлекәстәр әҙерләй. Бөгөн иғтибарығыҙға алманан тәмле компот тәҡдим итәбеҙ.


Ингредиенттар:


өс литрлы банкаға


- 7-8 ҙур булмаған алма;


- бер әфлисун;


- ике телем лимон;


-300 грамм шәкәр.


Әҙерләү:


Банкаларҙы матур итеп йыуабыҙ. Алманы киҫәкләп теләбеҙ, уртаһын алып ташлайбыҙ. Әфлисун менән лимондды түңәрәкләп киҫәбеҙ.


Емештәрҙе банкаға тултырабыҙ, өҫтөнә ҡайнар һыу һалабыҙ һәм 20 минут тотабыҙ. Шунан һыуҙы кире кәстрүлгә ҡойабыҙ ҙа ҡайнатабыҙ. Банкаларға 300 грамм шәкәр өҫтәп һәм ҡайнаған һыуҙы һалып, тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.


Йыл һайын ошо рецепт буйынса компот әҙерләгән кешеләр уны бик тәмле килеп сыға, бер ҡасан да боҙолмай, ти.


Аштарығыҙ тәмле булһын!



Вернуться назад