"Пятиминутка" буйынса түгел, Асия апай өйрәткәнсә ҡайнатам04.07.2025
"Пятиминутка" буйынса түгел, Асия апай өйрәткәнсә ҡайнатам

"Пятиминутка" буйынса түгел, Асия апай өйрәткәнсә ҡайнатам

Ҡарағат ҡайнатмаһы яратаһығыҙмы? Мин дә яратам. 20 йыл инде күршем өйрәткән рецепт буйынса ҡайнатам. Ә уғаса "пятиминутка" буйынса әҙерләй инем...

Үҙемдең рецепты яҙайым әле. 20 йыл элек күршем Асия апай өйрәткәйне. Был рецепт менән ҡайнатма ҡуйы, желе кеүек була.


22 стакан ҡарағат, 30 стакан шәкәр, 7 стакан һыу алырға. Иң башта 7 стакан һыуға 14 стакан шәкәр ҡомон ҡушып сироп яһайбыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 20 минут ҡайнатабыҙ. Өҫтөнә сыҡҡан күбеген йыйып барабыҙ. 


Шунан ҡарағатты һалабыҙ, утты бер аҙ кәметәбеҙ (уртаса иткәнсе). Ҡарағатлы сироп ҡайнап сыҡҡас, шулай уҡ 20 минут ҡайнатабыҙ, күбеген йыйып барабыҙ. 


Бик шыйыҡ масса килеп сыҡһа ла, ҡурҡмағыҙ. Һыуҙы аҙ һалмағыҙ, кәм булһа, ҡайнатманы ҡалаҡ менән уйып та алып булмаясаҡ. 


20 минут ҡайнағандан һуң, 16 стакан шәкәр ҡомон һалып яҡшылап болғатабыҙ, шәкәре иреп бөтөргә тейеш.
Утты һүндерәбеҙ. Ара-тирә болғатып алабыҙ. Ҡайнатмабыҙ әҙер.

Стерилләнгән банкаларға тултырып, һаҡларға ҡуябыҙ. Эҫе килеш тултырырға ярамай, улай эшләгәндә желеһы аҫҡа төшә, ҡарағаттары өҫкә менә. Мин икенсе көнөнә генә тултырам.


Бына ошо рецепт менән 20 йыл ҡайнатам. Асия апайыма рәхмәт!


Ассорти яһап, ҡарағат янына ҡурай (ағас) еләге, сейә һалырға мөмкин. Стакан һаны 22-нән артмаҫҡа тейеш. Ҡыҙыл ҡарағат ҡушып ҡайнатҡанда бер аҙ шыйыҡ була. 6-7 стакандан да арттырмағыҙ.

Автор: @ziatdinova75


Эльмира Ибраһимова фотоһы.


Сығанаҡ: https://vk.com/wall-126625242_4777



Вернуться назад