Ҡара ҡарағаттан тиҙ эшләнә торған ҡайнатма
Хуш еҫен һәм төҫөн һаҡлай. Ә һеҙ ҡара ҡарағат ҡайнатмаһын нисек эшләйһегеҙ? Рецепттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Уңған хужабикәләр төрлө емеш-еләктән ҡайнатма әҙерләй, һут яба. Был юлы һеҙгә ҡара ҡарағаттан желе кеүек булған бик тәмле ҡайнатма рецебын тәҡдим итәбеҙ.
2 стакан һыу менән 6 стакан шәкәр ҡомон ҡушып, сироп ҡайнатабыҙ.
Шәкәре иреп бөткәс, 8 стакан ҡарағат өҫтәйбеҙ. 5-7 минуттан артыҡ ҡайнаһа, желеһы ҡуйы булмай, шуға һүрән утта аҙ ғына бешереү кәрәк.
Унан һуң утты һүндереп, 2-3 стакан шәкәр ҡомон һалып, иреп бөткәнсе болғатып торабыҙ. Стерилләнгән банкаларға эҫе килеш тултырып ябабыҙ.
Ҡыш көнө йәй тәмен тойоп, рәхәтләнеп ҡарағат ҡайнатмаһы менән сәй эсеүгә ни етә?!
Ә һеҙ ҡара ҡарағат ҡайнатмаһын нисек эшләйһегеҙ? Рецепттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: телеграм