Көн һайын өс-дүрт помидоры ҡыҙарып тора
Ә ҡыярҙары май башында уҡ өлгөргән. Алаҡай уңғанының баҡса үҫтереүҙә ниндәй сере бар?
Баҡса уңғандары өсөн әле тынғыһыҙ мәл. Егәрлеләр, тынғыһыҙҙар баҡсаһының файҙаһын күреп ҡалырға тырыша. Ишембай районының Алаҡай ауылынан Румана Шәрәфуллина ла күңелен һалып баҡса үҫтерә. Ҡыярҙы 9 майҙа уҡ ашай башлағандар. Апрель баштарында хужабикә орлоҡто өйҙә стакандарға сәскән, ай аҙағына теплицаға сығарған. Ҡыярҙары матур уңыш бирһен өсөн теплицаны бер аҙ йылытып алырға ла тура килгән.
Румана апайҙың баҡсала асыҡ ерҙә үҫкән помидорҙары ла өлгөргән. Көн һайын 3-4 помидоры ҡыҙарып тора.
Бәрәңгеләренең дә уңышы быйыл матур булыуын белдерҙе.
- Әле ашай башламаһаҡ та ҡаҙып ҡараныҡ. Матур ғына бәрәңгеләнгәндәр. Бәрәңге үҫтергәндә ҡаты ҡорт (проволочник ) йонсотмаһын өсөн үҙемдә һыналған ысулды ҡулланам. Бәрәңге сәскәндә соҡорона сама менән ваҡланған әсе ҡыҙыл боросто һәм гәрсис порошогын бутап һибәм. Шулай уҡ кишер һәм һуған сәскәндә лә ошо ҡатнашманы ҡулланам. Һуған һәм кишер себендәренә ҡаршы ла яҡшы сара булып тора. Шулай уҡ гәрсис порошогы яҡшы ашлама ла, – тип һөйләне баҡса уңғаны.
Сейә, ҡарағаттары ла быйыл мул уңыш биргән. Румана ханым уларҙың һәр береһенән ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләй башлаған.
–Үҙем сығышым менән Дүртөйлө яҡтарынан. Әсәйем баҡса үҫтерергә яратты. Уға ҡарап миндә лә электән ҡыҙыҡһыныу уянғандыр, – ти әңгәмәсем.
Ихаталағы сағыу сәскәләре лә тирә-яҡҡа йәм, яҡшы кәйеф таратып тора.
Фото: Румана Шәрәфуллинаныҡы.