Әҫпе еләген белеүселәр бармы?29.06.2025
Әҫпе еләген белеүселәр бармы?

Әҫпе еләген белеүселәр бармы?

Ул күберәк ташландыҡ нигеҙ буйҙарында, баҡса ситтәрендә, тиреҫле, дымлы, күләгәле урындарҙа, аулағыраҡ ерҙә үҫә. Бейемем: "Хатта бер бөртөгө лә йүнәлтеп ебәрә", - ти.

Баймаҡ районында йәшәгән Ләлә Рафиҡова был еләк тураһында бик матур яҙма ҡуйған.


"Әҫпе еләге тураһында һорашыусылар байтаҡ булды. Һөйләйем әле.


Әҫпе еләге - русса земляничный шпинат, марь многолистная һәм башҡа ҡыҙыҡ атамалары бар. Хатта шпинат-малина тип тә әйтәләр, сөнки был емеш ҡурай еләгенә оҡшап тора.


Әҫпе еләге күберәк ташландыҡ нигеҙ буйҙарында, баҡса ситтәрендә, тиреҫле, дымлы, күләгәле урындарҙа, аулағыраҡ ерҙә үҫә. Әүәле уның ҡыҙыл емешен әҫпенән (диатез, аллергия) дауа итеп ҡулланғандар. Бейемем: "Хатта бер бөртөгө лә йүнәлтеп ебәрә", - ти. Был емеш - тәбиғи ҡыҙыл буяу, торт-фәләнгә кремдар эшләгәндә, компот ҡайнатҡанда файҙаланырға мөмкин.


Бына шундай көслө дарыу аяҡ аҫтыбыҙҙа. Тик ул хәҙер бик һирәк осрай. Бер йыл үҫкән еренән икенсе йыл юғалып та ҡуя. Емештәре тиҙ генә өлгөрә, күрер күҙгә күренмәй ҙә ҡалыуы бар.


Бер апай ҡаҙып алып ҡайтып, баҡсаһына ултыртҡайны, емеш биреп, таралып китте, тик ҡапыл ғына юғалды, тип һөйләне аҙаҡ. Әле лә үҫтереүселәр бар.


Орлоғо Бохарала булмаған икән))) Таптым уны. Әҫпе еләге лә осраны. Яҙғаны килеп эләгә икән шул. Миңә бик кәрәк ине ул. Аллаһ Тәғәләмдең ризалығы менән был дауа ҡулыма килеп ингәс, бәймән табырмын, тип ышанам",  - тип яҙған Ләлә Рафиҡова.


Ә һеҙҙең яҡта әҫпе еләге үҫәме?


Фото һәм сығанаҡ: Ләлә Рафиҡова.



Вернуться назад