Ҡыярҙарығыҙ уңдымы? Әйҙә, тиҙ генә тоҙлап алайыҡ!
Һеҙҙең иғтибарға еңел һәм тиҙ тоҙлана торған ҡыяр рецебы тәҡдим итәбеҙ
Уңған хужабикәләрҙең теплицаларында ҡыяр өлгөрә лә башланы. Улар хәҙер ҡыярҙарын тоҙлап та файҙалана. Һеҙҙең иғтибарға еңел һәм тиҙ тоҙлана торған ҡыяр рецебы тәҡдим итәбеҙ.
Кәрәк:
* 1 кг вағыраҡ ҡыярҙар;
* 1 аш ҡалағы тоҙ;
* 3-4 һарымһаҡ;
* укроп.
Укропты, һарымһаҡты ваҡ итеп турарға. Ҡыярҙы йыуып, остарын ҡырҡырға. Полиэтилен пакетҡа ҡыярҙы теҙеп һалырға, шунда уҡ укроп, һарымһаҡ, тоҙ өҫтәргә. Пакеттың осон тығыҙ итеп бәйләргә. Һыуы аҡмаһын өсөн тағы бер пакет ҡатларға була. Ныҡ ҡына һелкетеп алғандан һуң һыуытҡысҡа ҡуйырға. Мәле-мәле менән һелкетеп торорға онотмағыҙ. 6-8 сәғәттән һуң хуш еҫле тоҙло ҡыяр һеҙҙең табынығыҙға йәм бирер.
Әйткәндәй, һеҙ ҡыярҙарҙы нисек тоҙлайһығыҙ? Рецепт - тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
Фото: телеграм