Баҡса еләге ҡайнатмаһы16.06.2025
Баҡса еләге ҡайнатмаһы

Баҡса еләге ҡайнатмаһы

Баймаҡ районынан аш-һыу оҫтаһы, уңған хужабикә Гөлгөнә Байегетова:"Әйткәндәй, үткән йыл әҙерләгән ҡайнатмаларым шул көйө бик яҡшы ғына һаҡланды, әле генә ҡайнатҡан кеүек".

"Баҡса еләктәре өлгөрә башланы, быйыл еләк күп, уңышлы йыл, шөкөр, былтыр яҙып киткән ҡайнатманың рецебын ҡабатлап ҡуйырға ашығам, кемгәлер бәлки кәрәге тейер. Әйткәндәй, үткән йыл әҙерләгән ҡайнатмаларым шул көйө бик яҡшы ғына һаҡланды, әле генә ҡайнатҡан кеүек.


Йыйған еләктәремдән ҡайнатма әҙерләнем дә, бер юлы һеҙҙең менән дә бүлешеп китергә булдым, яңы бешереү ысулын ҡулланып ҡараным, күбеге барлыҡҡа килмәһен өсөн һары май ҡушып ҡайнатырға кәңәш итәләр, ысынлап та күбеге барлыҡҡа килмәне, бик матур булып әҙерләнде.


Еләктәрҙе йыуып һыуынан һарҡытып ҡуйып торғандан һуң өҫтөнә самалап шәкәр ҡомо һалып һәм бер төнгә һалҡынға тышҡа сығарып торҙом, 1 кг еләккә 1.200 кг шәкәр ҡомо алына, минең 2 кг еләк булғас 2.400 кг шәкәр ҡомо алдым.


Еләктәрҙе талғын утта ҡайнатырға ҡуйҙым, шул арала бер аш ҡалағы май һалдым, еләктәр ҡайнап сыҡҡас, 10 минут самаһы ваҡыт эсендә ағас ҡалаҡ менән болғап ҡайнатып алдым  Һыуынған ҡайнатманы мөмкин стериль банкаларға һалырға, әммә мин ғәҙәттәгесә таҙа итеп йыуылған банкаларға һалам һәм капрон ҡапҡастар ғына ябам.


Яҡшы һаҡланһын һәм ризыҡҡа яҙһын барыбыҙға ла!" - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә Гөлгөнә Байегетова.


Сығанаҡ: Гөлгөнә Байегетованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.



Вернуться назад