Помидорҙар кесерткән һыуы ярата
Был ашламаларҙы ҡулланып, уңышты бер нисә тапҡырға арттырырға мөмкин.
Помидорҙарҙы түтәлгә ултыртҡандан һуң 14-16 көндән ашлай башларға кәрәк. Июль уртаһына тиклем һәр ике аҙна һайын ашлау яҡшы уңышҡа нигеҙ булыр.
Кесерткән һыуы
Ҙур ғына һауыттың өстән ике өлөшөн йәш кесерткән япрағы менән тултырып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡойорға. Һауытты ябып, 7 – 10 көн төнәтергә. Ошо төнәтмәнең бер литрына 10 литр һыу өҫтәп, һәр помидор төбөнә 1-2 литр ҡойоп сығырға. Был ашламаны ике айға бер тапҡыр ғына ҡулланырға мөмкин.
Көллө төнәтмә
10 литр һыуға бер стакан көл һалып, түтәлдәргә ҡойоп сығығыҙ. Төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн түбәндәге алымды ҡулланырға мөмкин: өс литр һыуға 300 грамм көл өҫтәп, 30 минут ҡайнатырға. 5 сәғәт тотҡандан һуң ҡатнашмаға һыу өҫтәп, 10 литрға еткерергә һәм бер аҙ кер һабыны өҫтәргә. Ошо төнәтмәне үҫентеләрҙең япраҡтарына һиптерегеҙ.