Йәшел һуғанды туңдырмай ғына һаҡлайбыҙ
Еңел генә әҙерләнә һәм оҙаҡ итеп һаҡлана.
Әле йәшел һуғандың матур итеп үҫкән сағы. Ашарға бешергәндә уның һәр ваҡыт ҡул аҫтында булыуын теләйһегеҙме? Иғтибарығыҙға уны туңдырмай һәм киптермәй генә һаҡлау ысулын тәҡдим итәбеҙ. Еңел генә әҙерләнә һәм оҙаҡ итеп һаҡлана. Аштар өсөн дә, ҡыҙҙырыу өсөн дә һәйбәт, пирогтарҙың эслегенә лә ҡушырға була.
Шулай итеп, бер килограмм йәшел һуған, бер аш ҡалағы тоҙ, 100 грамм үҫемлек майы, бер аш ҡалағы алма һеркәһе алабыҙ. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ ҙа, бөтә үрҙә әйтелгән ингредиенттарҙы ҡушып, таҙа банкаларға һалабыҙ. Ныҡ итеп ябырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Бик оҙаҡ һаҡлана, хуш еҫе лә юғалмай, һәр ваҡыт ҡул аҫтында йәшел һуған да була.
Фото: "Бәйләнештә".