Ҡыяры ла, ҡыяры
Ҡыярҙарығыҙ гөрләп торған йәшеллек һәм мул уңыш менән ҡыуандырыуын теләйһегеҙме? Был ябай туҡландырыу ысулдары һеҙҙең өсөн!
Ҡыярҙарығыҙ гөрләп торған йәшеллек һәм мул уңыш менән ҡыуандырыуын теләйһегеҙме? Был ябай туҡландырыу ысулдары һеҙҙең өсөн!
Гөрләп үҫеү өсөн
10 г ҡоро әсетке һәм бер аш ҡалағы шәкәрҙе бер литр йылы һыуҙа эретегеҙ. Өс сәғәт әсергә бирегеҙ, һуңынан 10 литрға тиклем шыйыҡландырығыҙ. Һәр ҡыуаҡ аҫтына бер литр һыу һибегеҙ, ҡыяр шунда уҡ гөрләп үҫә башлаясаҡ!
Ҡуйы йәшеллек өсөн
Азот — һутлы үлән асҡысы! Тауыҡ тиреҫен йәки кесерткән төнәтмәһен ҡулланығыҙ (1:10 һыу менән шыйыҡландырығыҙ). Һәр ҡыуаҡҡа бер литр һибеп сығығыҙ һәм һеҙҙең ҡыярҙарығыҙ күҙгә күренеп йәшелләнәсәк!
Эре ҡыяр алыу өсөн
Бында калий ярҙам итә. Бер стакан ағас көлөн 10 литр һыуҙа иретегеҙ, 2-3 сәғәт торғандан һуң һәр ҡыуаҡ аҫтына берәр литр һибегеҙ. Йәки 10 литр һыуға 0,5 сәй ҡалағы калий гуматы ҡулланығыҙ. Һөҙөмтә һеҙҙе ҡыуандырасаҡ!
Мул сәскә атыу өсөн
Ҡыяр борҙы ярата! Биш грамм бор кислотаһын ике литр йылы һыуҙа иретегеҙ, һуңынан 10 литрға тиклем еткерегеҙ. Япраҡтарҙы һәм бәйләмдәргә һипһәгеҙ, сәскә атыу күберәк буласаҡ.
Мөһим! Ҡыярҙы ике аҙнаға бер тапҡыр туҡландырығыҙ. Бындай тәрбиә бай һәм тәмле уңышҡа нигеҙ булып тора!