Мин баҡсала ағыу ҡулланмайым, ти, Татьяна
Ябай ғына теш пастаһы әллә күпме ҡоротҡостан ҡотолорға ярҙам итә, иң яҡшыһы - үҙебеҙҙә етештерелгән "Бөтнөклө" ("Мятная") тигән паста, ти баҡсасы һәм беҙгә был мөғжизәле ҡатнашманы эшләү серен дә асты.
Баҡсасыларҙың чатында Татьяна исемле ханым бик үҙенсәлекле кәңәш-тәҡдиме менән уртаҡлашты.
"Ҡасандыр телевидение аша бер фермер ҡатын тураһында тапшырыу ҡарағайным. Ул йәшелсәләрҙе, емештәрҙе төрлө ҡоротҡостанрҙан һаҡлау өсөн ябай теш пастаһы ҡуллана икән. Иң яҡшыһы - үҙебеҙҙә етештерелгән "Бөтнөклө" ("Мятная") пастаһы, тине ул. Уның хаҡы ҡиммәт түгел. Ошо кәңәште тотоп, мин дә оҙаҡ йылдар дауамында баҡсала әлеге ҡатнашманы уңышлы файҙаланам. Ул айырыуса кәбеҫтәне, картуфты, еләкте, ҡурай еләген яҡшы һаҡлай", - тип яҙҙы Татьяна.
Шулай уҡ ул, әгәр бөтнөклө теш пастаһы булмаһа, башҡа төрҙәре лә бара, ти. Мәҫәлән, ул үҙе ябай, осһоҙ ғына "Семейная" пастаһын ҡулланып ҡарағаны ла бар икән.
Шулай итеп, пасталы ҡатнашма әҙерләү өсөн беҙгә бер һауыт теш пастаһы һәм 1 литр йылы һыу кәрәк. Һәйбәт итеп болғатып, паста таралып бөтһә, ҡатнашмаға тағы 4 литр һыу өҫтәгеҙ. Ошо ҡатнашманы кәбеҫтә, еләк, картуф, ҡурай еләге һиптерегеҙ. япраҡтары ағарып торасаҡ, әммә был кибеттәге ағыуҙарға ҡарағанда күпкә зыянһыҙ! Әлбиттә, бер әтнәкәһе бар: ямғыр яуып үтһә, ҡатнашманың һөҙөмтәһе булмай, шуға күрә даими рәүештә ҡабатлап һиптерерп торорға кәрәк. Уның ҡарауы зыянһыҙ, экологик йәһәттән таҙа йәшелсә-емеш үҫтереп аласаҡһығыҙ.
Фото: Татьяна ханымдыҡы.