Былтыр һынап ҡараным: һаламда яҡшы үҫә
Уҙған йылғы һалҡын йәйҙә лә мул уңыш алған уҡыусыбыҙ.
"Был ысулды былтыр һынап ҡараным. Һаламда үҫтерҙем ҡарбузды. Һалҡынса йәйҙә лә улар яҡшы үҫте, сөнки тамырҙары йылыла торҙо. Ҡарбуздың тамырҙары тәрәнгә китә, ул күсергәнде яратмай.
"1,5 метр ара ҡалдырып, 50 сантиметрға 50 сантиметр диаметрлы, 40 сантиметр тәрәнлектә соҡор ҡаҙырға кәрәк. Төбөнә 15 сантиметр ҡалынлыҡта компост һалырға. Беҙ ҡый үләндәрен йыйып серетәбеҙ. Соҡорҙо тигеҙ күләмдә алынған ҡом һәм уңдырышлы тупраҡ ҡатнашмаһы менән тултырырға. Өҫтөнә ҡояшта йылынған һыу һибергә һәм бер нисә көн полиэтилен япма ҡаплап торорға.
Соҡорҙоң дүрт яғына ҡарбуз орлоғо сәсергә һәм 10 сантиметр ҡалынлыҡта һалам менән ҡапларға. 1,5-2 аҙнанан шытымдарҙы ҡояш күрерлек итеп асырға. Һабаҡтары бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн, төрлө яҡҡа ебәрергә. Соҡор дүрт ҡарбузды йәй буйы туҡландырырға етә, һеҙгә һыу һибеп кенә тораһы ҡала".
Алсинә ШАКИРОВА, Ульяновск.
"Ирек мәйданы" гәзитенән.
Автор фотоһы.