Күптәр уның файҙаһын белмәйҙәр22.05.2025
Күптәр уның файҙаһын белмәйҙәр

Күптәр уның файҙаһын белмәйҙәр

Күптәр уны пәйғәмбәр тырнағы тип йөрөтә.

Баҡсаларҙа күҙҙең яуын алып ултырған календула (пәйғәмбәр тырнағы) сәскәһе ифрат файҙалы икәнлеген күптәр белмәйҙер ҙә әле. Шуға күрә кемдәр уны ултыртмаған, әле сәсһәгеҙ ҙә һуң түгел.


Календула нервыларҙы тынысландыра, йөрәк эшмәкәрлеген көсәйтә, бәүелде ҡыуа, ҡанды таҙарта. Бауыр, ашҡаҙан сирҙәрен дауалауҙа кәңәш ителә. Яман шеш осрағында тигеҙ өлөштәрҙә алынған календула ( пәйғәмбәр тырнағы) сәскәһе менән меңъяпраҡ үләне төнәтмәһе ярҙам итә.


Ике балғалаҡ  календула (пәйғәмбәр тырнағы) сәскәһенә 400 миллиграмм ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоталар. Һөҙәләр. Был шифа бауыр, ашҡаҙандың асыҡ яраһы, гастрит, рахит һәм тире ауырыуҙарында тәҡдим ителә. Дауаны көнөнә 4 тапҡыр 100-әр миллиграмм эсергә.


Мин уны тамаҡ шешкәндә файҙаланам, файҙаһы ҙур. Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.


Фото: "1001 кәңәш" төркөмөнән.



Вернуться назад