Ҡыяр япраҡтары һарғаймаһын өсөн нимә эшләргә?
Ҡыяр яҡшы үҫһен өсөн ҡатмарлы препараттар ҡулланыу мотлаҡ түгел. Күп файҙалы саралар һәр ваҡыт ҡул аҫтында...
Ҡыяр япраҡтарҙың һарғайыуы – баҡсасыларға йыш осраған проблема. Әммә күпселек осраҡта уны ябай һәм арзан саралар ярҙамында еңел генә булдырмаҫҡа мөмкин.
Һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе – ябай сода эретмәһе. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы сода һалығыҙ һәм уны түтәлгә һибегеҙ. Был япраҡтарҙың ваҡытынан алда һарғайыуын туҡтатырға ярҙам итә.
Әгәр 1 литр һыуға 1 сәй ҡалағы сода һалып, ҡыярға һипһәң, япраҡ өҫтөндәге аҡ таптарға (мучнистая роса сире) ҡаршы яҡшы профилактика сараһы килеп сыға.
Шулай уҡ һарғайыуҙы кефир ярҙамында туҡтатырға мөмкин. Бының өсөн ике литр кефирҙы бер биҙрә һыуға һалып, үҫемлектәргә һиптерегеҙ. Был йәшел массаны һаҡлап ҡалырға ғына түгел, ә ҡыярҙың иммунитетын нығытырға ла ярҙам итәсәк.
Ҡыярҙың яҡшы үҫеше өсөн ҡатмарлы препараттар ҡулланыу мотлаҡ түгел. Күп файҙалы саралар һәр ваҡыт ҡул аҫтында — уларҙы нисек ҡулланырға кәрәклеген белеү генә етә.