Ҡыяр уңһын тиһәң...
Йәй әйләнәһенә, хатта ҡара көҙгә тиклем өҫтәлеңдә үҙ ҡыярың булыуға ни етә!
Йәй әйләнәһенә, хатта ҡара көҙгә тиклем өҫтәлеңдә үҙ ҡыярың булыуға ни етә! Яратҡан йәшелсәбеҙҙе үҫтереүҙең ҡайһы бер серҙәрен белһәгеҙ, мул уңыш алыуға өлгәшерһегеҙ.
Ҡыярҙың 3-4 япрағы барлыҡҡа килгәндән һуң, бер биҙрә һыуға 30 тамсы йод, 20 г кер һабыны, 1 литр һөт ҡушып болғатып, ошондай төнәтмә менән ун көн һайын япраҡтарын эшкәртегеҙ.
Тағы бер кәңәш. Кистән бер икмәкте һыуға ебетеп ҡуйығыҙ. Иртәнсәк уға бер бәләкәс һауыттағы йодты, 1 литр һыу өҫтәп, ҡыярҙың япраҡтарына һиптереп сығығыҙ. Артып ҡалғанын һалҡын ерҙә һаҡлағыҙ. Ике аҙна һайын ошондай төнәтмә менән эшкәртһәгеҙ ҡыярҙарығыҙ ҙа, уның япраҡтары ла көҙгә тиклем һәр саҡ йәшел булып ҡалыр.
Сығанаҡ һәм фото: "Башдонъя" төркөмө.