Остары һарғая башлаһа...10.05.2025
Остары һарғая башлаһа...

Остары һарғая башлаһа...

Һуған менән һарымһаҡты тиҙ генә “дауалайбыҙ”. 

Йәйгеһен һәр баҡсасы үҫтерергә тырышҡан иң популяр культуралар — һуған менән һарымһаҡ. Был үҫемлектәр әллә ни талапсан түгел, әммә бер проблемаһы бар – остары һарғая башлай, был уңыш биреүҙең кәмеүенә килтерә.


Уларҙы “дауалау” еңел генә, сөнки бының ике сәбәбе була. Уларҙы бөтөрәбеҙ һәм һуғанығыҙ кире йәшел төҫ аласаҡ!


Беренсе сәбәп – азот етешмәү. Ҡауырһын осо һары түгел, ә хатта аҡһыллана башлай. Нашатыр спирты эретмәһе ярҙам итә: 10 литр һыуҙа өс аш ҡалағы матдәне эретәбеҙ һәм үҫемлектәргә һиптерәбеҙ. Был кис эшләнә.


Шунан һуң һуған йәки һарымһаҡты кальций селитраһы эретмәһе менән һуғарабыҙ (пропорцияһы шул үк). Лейкаға составты тултырып, тамыр аҫтына индерәбеҙ.


Икенсе сәбәп – калий етешмәү. Был осраҡта ҡауырһындар борола, һарғая, ә уларҙың осо аҡлана һәм ҡорой. Дауалау ябай ғына: 10 литр һыуҙа өс аш ҡалағы хлорлы калийҙы эретәбеҙ һәм һуған һәм һарымһаҡ менән түтәлде яҡшы итеп ҡоябыҙ. Ашламаны алдан дымланған тупраҡҡа индереү яҡшыраҡ.  


Был процедураларҙан һуң һуған да, һарымһаҡ та тиҙ “йәнләнә” һәм әүҙем үҫеүен дауам итә.


Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 



Вернуться назад