Емеш-еләк ағастарын ҡырауҙан нисек һаҡларға?30.04.2025
Емеш-еләк ағастарын ҡырауҙан нисек һаҡларға?

Емеш-еләк ағастарын ҡырауҙан нисек һаҡларға?

Белгес кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ. 

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында слива, сейә, алма, груша, муйыл сәскә ата. Был аҙнала булған һыуыҡтарҙан уңыш зыян күрерме? Ошо һорау менән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек, үҫемлектәр селекцияһы һәм биотехнологиялар кафедраһы доценты Азат Вәлитовҡа мөрәжәғәт иткән. Уның яуаптарын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. 


- Сәскә атырға томаланған һәм атҡан сәскәләр өҫтөнә ҡар яуыуы һис шикһеҙ файҙаға булмаясаҡ, бигерәк тә фараздар буйынса, был аҙнала ҡырау төшөүе дауам итәсәк. Әгәр япраҡтар булып, сәскә атып өлгөрмәһә, был ҡурҡыныс түгел. Сәскәләр барлыҡҡа килһә, насар. Емеш-еләк культуралары уңышына ҙур өмөт бағларға ярамай. Уңыш булмаясаҡ тип әйтеп булмай, әммә, моғайын, ул аҙ булыр. Проблема шунда ла, бал ҡорттары сәскәләрҙе һеркәләндерергә осоп йөрөмәйәсәк. Ләкин һыуыҡтар бер-ике градус булһа, был ныҡ ҡурҡыныс түгел, – тип билдәләне Азат Вәлитов. – Ҡар яуып, һуңынан йылытһа, үҫемлектәр өсөн бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ ине. Ҡағиҙә булараҡ, бөтә үҫемлектәр ҙә бер тапҡыр ҡырау төшөүҙе тыныс кисерә. Әммә аҙна буйына төндә минус температура буласағын иҫәпкә алғанда, ҡайһы бер үҫемлектәрҙең һәләк булыуы ихтимал. Күрербеҙ һәм яҡшылыҡҡа өмөт итербеҙ. Әммә юғалтыуҙар, һис шикһеҙ, буласаҡ.


Нисек итеп үҫемлектәрҙе ҡырауҙан һаҡларға һуң? Белгес кәңәш бирҙе.


– Ҡапларға кәрәк. Сәсеүлектәрҙе ҡотҡарыу өсөн уларҙы бер ҡат туҡыма булмаған материал менән ҡаплағыҙ. Үҫеп еткән үҫемлектәрҙе ылыҫлы культуралар өсөн конустарға йәшерегеҙ, бындай ҡапҡастар менән эшләүе ябай һәм тиҙ. Был йәшелсә культураларына ҡағыла.


Төтөн пәрҙәһе булдырығыҙ. Әгәр температура -4 градустан түбән төшмәһә һәм ел көсө йылылыҡты участкаға таратырға етерлек булһа, төтөн пәрҙәһе үҫемлектәрҙе һаҡлай. Ни бары баҡсаның ел иҫкән яғынан быҫҡып янып торған усаҡтарҙы яндырырға кәрәк. Ерҙең һәр сутыйына 0,5 метр бейеклектәге һәм 1,5 метр диаметрлы өйөмдәр төҙөгөҙ, улар төн буйына етәсәк. Материалдар сифатында һелте һалам, мүк, ағас ботаҡтары, опилка, тиреҫ, япраҡтар һәм яңы ҡырҡылған үлән яраҡлы.


Әгәр температура -6 градустан түбән төшһә, емеш-еләк ағастарын һәм ҡыуаҡлыҡтарға күп итеп һыу һибегеҙ. Быны ҡырау төшәһе кисте шланг ярҙамында эшләгеҙ, башына ваҡ лейка ҡуйығыҙ. Япраҡтарҙа күп итеп тамсылар ҡалырға тейеш. Температура төшһә, ул боҙға әйләнә һәм үҫемлектәргә туңмаҫҡа ярҙам итә.


Автор фотоһы. 



Вернуться назад