Ләләләр сәскә атҡан!24.04.2025
Ләләләр сәскә атҡан!

Ләләләр сәскә атҡан!

Был матурлыҡ ҡайҙа тип уйлайһығыҙ? 

Ырымбур далаларында ҡырағай ләләләр сәскә атҡан. Был үҫемлек “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән, шуға күрә уны өҙөү, ҡаҙып алыу законға ярашлы тыйыла.


Ырымбур далаһын йәмләгән сәскәләрҙе “Шренка ләләһе” тип тә атайҙар. Был исемде Петербург ботаника баҡсаһы хеҙмәткәре һәм сәйәхәтсе Александр Иванович Шренка хөрмәтенә биргәндәр. Ул бихисап экспедициялар барышында бер меңгә яҡын төрҙәге үҫемлекте өйрәнгән.


Әйткәндәй, Ырымбур далаһы ләләләрен йорт, теплица шарттарында үҫтереп булмай, улар ҡырағай тәбиғәттә генә шулай йәйрәп, күкрәп үҫә ала, ти белгестәр.


Фото: видеонан скриншот. 



Вернуться назад