Баҡса еләге уңһын тиһәгеҙ20.04.2025
Баҡса еләге уңһын тиһәгеҙ

Баҡса еләге уңһын тиһәгеҙ

Ошондай ашлама һибеп ҡарағыҙ

Ҡар иреп бөтөп, баҡсаға юл асылғас та, ошо эште башҡарырға кәрәк. Еләктән мул уңыш алыу өсөн уны тәрбиәләү, ваҡытында ашлама индереү мөһим.


Бына бер ысул: банкаға ике-өс ҡалаҡ шәкәр ҡомо һәм ярты балғалаҡтан (1-2 грамм) әҙерәк бор кислатаһы ҡушып яҡшылап болғайбыҙ. Шуны 10 литрлы һыу ҡойолған лейкаға ҡойоп, һәр еләкте уратып һибеп сығабыҙ.



Вернуться назад