Фәүзиә апай бәрәңге сәскәндә төбөнә нимә һала?13.04.2025
Фәүзиә апай бәрәңге сәскәндә төбөнә нимә һала?

Фәүзиә апай бәрәңге сәскәндә төбөнә нимә һала?

Үҫентеләрҙе үҫтергәндә һыналған алымы ла бар уның. Ниндәйме?
 

Ишембай районы Смаҡай ауылынан баҡса үҫтереү оҫтаһы Фәүзиә апай Насирова быйыл да баҡса миҙгеленә дәртләнеп әҙерләнә. Башҡа йылдағынан айырмалы рәүештә, быйыл ул помидор, борос үҫентеләрен февралдә түгел, һуңыраҡ сәскән. “15 марттар тирәһендә сәсһәң дә үҫеп өлгөрә. Ныҡ оҙонайып китһәләр ҙә, һуңынан һабағын бөкләп ултыртыуы уңайлы түгел”, тигән фекерҙә ул.  


Бәрәңге үҫтереүҙә лә һыналған ысулдары бар. Былтыр ямғырҙың күп яуыуы арҡаһында күптәр бәрәңгеләре ҡышын нисек һаҡланыр тип борсолдо. Был йәһәтән Насировтарҙың уңышы ҡышты яҡшы үткәргән. 


-Былтыр бәрәңгене алғанда ла, һарайҙа киптергән саҡта ла бер аҙы серегәйне. Ҡалғандары яҡшы ҡышланы. Әле булһа ашайбыҙ. Май-июнгә тиклем етәсәк. Бер өлөшөн көҙҙән һаттыҡ. Сәсергә лә етерлек. Сәскән саҡта күптән тикшерелгән алымыбыҙ бар. Һәр бәрәңге соҡорона бер ус көл һалабыҙ. Ул дымды ла һаҡлай, ҡоротҡос бөжәктәрҙән (проволочник) дә ярҙам итә. Сәскәндә ағыуламайбыҙ. Былтыр ямғыр күп яуғас, тәме һыулы булыр тип уйлағайныҡ. Улай түгел, тәмле булды, - тине баҡса оҫтаһы.


Фәүзиә апайҙың баҡса үҫтереүҙәге кәңәше, бәлки, кемгәлер файҙаға булыр.


Фото: Фәүзиә Насированыҡы.



Вернуться назад